Рекламный баннер 728x90px center-top

Бөгөн 17 Әбйәлил егете Ватан алдындағы бурысын үтәр өсөн Рәсәй хәрби сафтарына хеҙмәткә алынды

17:11 03.07.2025 16+
Бөгөн 17 Әбйәлил егете Ватан алдындағы бурысын үтәр өсөн Рәсәй хәрби сафтарына хеҙмәткә алынды. Ошоға тиклем 106 егет хәрби хеҙмәткә алынған, тағы ла 6 һәм 11 июлдә оҙатыу яҙғы саҡырылышты йомғаҡлай.
–Һеҙ Рәсәй хәрби сафтарына баҫаһығыҙ. Өфөлә республика хәрби пунктында медицина тикшереүҙәрен һәм һайлап алыуҙы үтәсәкһегеҙ. Һеҙҙе хәрби комиссариат хеҙмәткәре Фирүзә Садыҡ ҡыҙы Шәкирйәнова оҙатып барасаҡ. Теүәл бер йылдан һеҙҙе иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ, ¬– тип хәрби комиссар Максим Гребенщиков призывниктарға уңышлы хеҙмәт теләне.
Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Әғзәмов егеттәргә иң яҡшы теләктәрен еткерҙе. Асҡар ауылы мәсете мәзине, “Боевое братство” ойошмаһы ағзаһы Самат Фәхретдинов егеттәргә имен-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылды. Илдәр Яхинға беренсе бурыс йөкмәтелде, ул был төркөмгә етәксе итеп тәғәйенләнде. Хәрби хеҙмәтте лайыҡлы үтеп, иҫән-һау тыуған яҡтарға, әсәй-атайҙарығыҙ, яҡындарығыҙ янына әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Аҡ юл, һеҙгә, егеттәр!

****
Сегодня проводили в армию 17 призывников срочников в ряды Вооруженных сил Российской Федерации. Глава сельсовета Талгат Агзамов, полковник районного военкомата с. Аскарово Максим Гребенщиков и жители района пожелали ребятам, будущим защитникам нашей Родины хорошей, доброй службы.
5586

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ