Рекламный баннер 728x90px center-top

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә бөгөн Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы. Һөҙөмтәләр бер ай дауамында билдәле буласаҡ.

01:10 28.04.2024 16+
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә бөгөн Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы. Һөҙөмтәләр бер ай дауамында билдәле буласаҡ.

Диктант тексын – Лариса Абдуллинаның «Шайморатов менән осрашыу» хикәйәһенән өҙөктө – республиканың атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры Артур Кәбиров уҡыны.

Белем биреү акцияһы республикала быйыл унынсы тапҡыр уҙғарыла. 2015 йылда журналист Рәшиҙә Мәһәҙиеваның тәҡдимен БашДУ (хәҙерге Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университеты) ғалимдары Риф Әхмәҙиев, Гөлфирә Абдуллина, Николай Морозкин хуплап ҡаршы ала.

Диктантты шулай уҡ үҙ аллы, https://bashdictant.ru/ сайтында урынлаштырылған эфир видеоһын ҡарап, яҙырға мөмкин.

e29c89.png Диктант яҙған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп йәки скан аша үткәреп, 29 апрелдең 23:59 минутына тиклем электрон почтаға: bashdictant2024@mail.ru йәки телеграм-ботҡа: https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.

Сотрудники Администрации Главы республики написали диктант по башкирскому языку. А какие будут результаты – участники акции узнают в течение 30 дней.

Текст диктанта – рассказ Ларисы Абдуллиной «Шайморатов менән осрашыу» – прочитал заслуженный артист республики, актёр Башкирского государственного академического театра драмы имени Мажита Гафури Артур Кабиров.

Образовательная акция проходит в республике в десятый раз, впервые её провели в 2015 году. Идею журналиста Рашиды Магадеевой тогда поддержали учёные БашГУ (ныне Уфимский университет науки и технологий) Риф Ахмадиев, Гульфира Абдуллина, Николай Морозкин.

Каждый может написать диктант дома. Видео эфира доступно на сайте https://bashdictant.ru/.

e29c89.png Лист с написанным текстом диктанта нужно сфотографировать (отсканировать) и направить до 23:59 29 апреля на электронную почту: bashdictant2024@mail.ru или в телеграм-бот https://t.me/bash_dictant_bot.

622

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Деньги Башкортостана
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ